

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко федераль башҡарма власть органдарының һәм төбәктәрҙең һанлы трансформация етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Унда федераль һанлы трансформация етәкселәренең һәм төбәктәрҙең оператив рейтингы күрһәтелде. Был эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Үҙенең сығышында вице-премьер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет ултырышында күләмле һанлаштырыу иҫәбенә технологик бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеү мөһимегенә иғтибарын йүнәлтеүен хәтергә төшөрҙө.
“Уҙған айҙа федераль һәм төбәк власть органдарында киберхәүефһеҙлек күрһәткесе һәм һанлы өлгөрөү буйынса һиҙелерлек алға китеш күҙәтелде. Бөгөн 17 федераль ведомство ГосСОПКА менән бәйләнеш булдырған һәм компьютер индиценты буйынса Милли координация үҙәгенә тоташҡан. Ҡаҙнасылыҡ, Мәҙәниәт министрлығы,”Рәсәй йәштәре”, шулай уҡ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Росгвардия һәм башҡаларҙың күрһәткестәре яҡшы. Төбәктәр араһында һанлы трансформация рейтингын Тула һәм Силәбе өлкәләре, шулай уҡ Татарстан етәкләй”, - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.
Вице-премьер иң яҡшы ун төбәктәр исемлегенә Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү өлкәһе, Кемерово, Белгород, Липецк, Калуга өлкәләре һәм Саха (Яҡутия) Республикаһы инеүен билдәләне. Президент Владимир Путин указына ярашлы эшләнгән урындарҙа IТ тармағына ярҙам саралары ҡулланыу һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылар рәтендә Тула, Силәбе һәм Омск өлкәләре.
Кәңәшмәлә шулай уҡ мәғлүмәттәр витринаһын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Ул һанлы сервистың экосистемаһын булдырыу өсөн мөһим. Вице-премьер билдәләүенсә, витрина “Гостех” платформаһының база сервисы буласаҡ, был мәғлүмәт системаларының платформа сервистары менән һөҙөмтәле бәйләнешен булдырырға ярҙам итәсәк.
Кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса Дмитрий Чернышенко төбәк Башлыҡтарына “Табипҡа яҙылыу” сервисын үҫтереү өсөн төбәк мәғлүмәттәр витринаһын булдырыуҙы тәьмин итергә һәм уларҙы йыл аҙағына тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” платформаһына тоташтырырға ҡушты.
Бынан тыш, кәңәшмәлә төҙөлөш тармағын һанлаштырыу темаһы ла күтәрелде. Бөгөнгө көндә әүҙем рәүештә мәғлүмәти моделләү технологияһы индерелә, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһы әҙерләнә.