

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Анжелика Әлмөхәмәтоваға фатир асҡысы тапшырылды.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Анжелика Әлмөхәмәтоваға асҡыс тапшырып, йәш ҡыҙға бар уңайлыҡтары булған фатирҙа бәхетле йәшәүен теләне.
Анжелика - Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем ала. Фатирҙы ул Бүребай ҡасабаһынан алған. Ҡыҙ тиҙерәк һөнәр алырға һәм эшкә урынлашырға хыяллана.
Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, оло тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңелдәрендә ниҙәр кисереүен ҡағыҙға һыйҙырыу мөмкин түгел. Ниһайәт, уларҙың да китек күңеленең бер өлөшө булһа ла тулыланды. Киләсәктә уларҙың һәммәһенә лә ошо матур йорттарында бәхетле сабый тауышы яңғыратып, донъялағы иң бәхетле ата-әсә булып йәшәргә яҙһын!
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан