

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект "Безопасные качественные дороги”) ярашлы, Чернышевский урамына асфальт түшәлде. Цюрупа урамынан Әй урамына тиклем юл япмаһын яңыртыу эштәрен «Башкиравтодор» предприятиеһы башҡарҙы.
1,37 километр оҙонлоғондағы объектта шулай уҡ тротуарҙар, юл ситтәре ипкә килтереләсәк, канализация люктары яңыртыласаҡ, юл тамғаһы һыҙыласаҡ. Эштәр сентябрь урталарында тамамланасаҡ тип күҙаллана.
2022 йылда Өфөлә, милли проект сиктәрендә, дөйөм оҙонлоғо 23 километр тәшкил иткән урам-юл селтәрҙәренең 17 участкаһын ипкә килтереү планлаштырыла. Ошо маҡсатта 1,854 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан