Милли проекттар
22 Июль 2022, 06:15

Рәссамдар Йор Танып буйына йыйылды

Уларҙың маҡсаты - ауылда йәшәгән балаларҙы һынлы сәнғәткә йәлеп итеү.

Рәссамдар Йор Танып  буйына йыйылдыРәссамдар Йор Танып  буйына йыйылды
Рәссамдар Йор Танып буйына йыйылды

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 июлдә районда II “Танып һыуы” Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы башланды. Ике көнлөк сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура") нигеҙендә уҙғарылды. Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылына Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан, Өфөнән, Ишембайҙан һәм башҡа биләмәләрҙән рәссамдар килде.

Этно-арт симпозиумы уларға Йор Танып йылғаһы буйында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеү һәм һынлы сәнғәттә сағылдырыу, ә урындағыларға оҫталарҙың ижады аша үҙҙәренең милли берҙәйлегенә, йолаларына, тыуған яғы тәбиғәтенә ҡараш ташлау мөмкинлеген бирәсәк. Сараны ойоштороусылар, проект йәш быуынға тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләй. Төп бурыс – ауыл ерендә йәшәгән балаларҙы һынлы сәнғәткә йәлеп итеү, сөнки художество әҫәрҙәре дөйөм мәҙәниәт тәрбиәләүҙең нигеҙен тәшкил итә.

“Танып һыуы” симпозиумының икенсе көнөндә рәссамдар Борай районының тарихы, мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән танышты, “Танып һыуы” арт-галереяһын ҡараны, район мәҙәниәт йортоноң күргәҙмә-экспозиция залында, Крещенка ауылындағы фермерҙың этно-йортонда булды, Вострецов ауылында Ағиҙел йылғаһы буйына төштө.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/289193

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/289193

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас