Милли проекттар
23 Июль 2022, 03:00

Хәйриә проекттары тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда “Башнефть” йәмғиәте ярҙамында яңы социаль объекттар төҙөлә.

Хәйриә проекттары тормошҡа ашырылаХәйриә проекттары тормошҡа ашырыла
Хәйриә проекттары тормошҡа ашырыла

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Башҡортостанда хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Уға компанияның төп активтары йәлеп ителгән. Проекттарҙы финанслау Башҡортостан һәм “Роснефть” араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы ойошторолған.

Шулай итеп, быйыл “Башнефть” ярҙамында республикала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль йәһәттән объекттар барлыҡҡа килде – Кушнаренко һәм Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылдарында балалар баҡсаһы төҙөлдө, Өфөләге Урман хужалығы техникумы ремонтланды һәм башҡалар.

Кушнаренко ауылындағы бина 220 ҡыҙҙы һәм малайҙы ҡабул итә аласаҡ. “Был балалар баҡсаһы ҡасаба өсөн мөһим мәсьәләне хәл итәсәк - әле тулы булған ошондай дүрт мәктәпкәсә учреждениены бер аҙ бушатырға мөмкинлек бирәсәк”, - тип белдергән балалар баҡсаһы мөдире Людмила Онина.

Һәр йәш төркөмө өсөн йоҡо, уйнау, ашау, кейенеү бүлмәләре булған айырым блок ҡаралған. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылындағы балалар баҡсаһына иһә 50-нән ашыу бала ҡабул ителәсәк.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекттар бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас