Милли проекттар
23 Июль 2022, 04:00

Тағы кемдер үҙ торлағын аласаҡ

Быйыл 78 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Тағы кемдер үҙ торлағын аласаҡТағы кемдер үҙ торлағын аласаҡ
Тағы кемдер үҙ торлағын аласаҡ

Башҡортостандың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды 2023 йыл аҙағына тиклем оҙаҡ төҙөлгән 130 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡты сафҡа индертәсәк. Быйыл 78 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

- Биләмәләр үҫеше федераль фонды механизмдары булышлығында сафҡа индерелгән дүрт объект файҙаланыуға тапшырылған да инде. 364 кеше үҙ фатирын алды, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Олег Солтанов.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫаы Артем Ковшовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2022 йыл аҙағына тиклем Өфөлә, Салауатта, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында тағы 17 объектты төҙөүҙе тамамлау аланлаштырыла. Бер мең тирәһе ғаилә өй туйлаясаҡ. Федераль фонд ярҙамында төҙөлөп бөтөп барған объекттарҙа әлеге ваҡытта ике мең тирәһе төҙөүсе эшләй. Бынан тыш, төбәк фонды халыҡ менән дә эш алып бара. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан ике меңдән ашыу кеше 5,5 миллиард һумдан ашыу аҡса алған. Икенсе ярты йыллыҡта Биләмәләр үҫеше фондының күҙәтеү советына биш йорт өлөшсөләренең хоҡуғы тергеҙеләсәк. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Фото: finobzor.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас