

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән конкурс Рәсәй Федерацияһының 500 меңгә саҡлы кеше йәшәгән ҡалаларындағы кинозалдарға булышлыҡ итеү һәм артабан милли фильмдарҙы ла күрһәтә барыуға шарттар тыуҙырыу өсөн булдырылған.
"Беҙҙең Ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәге максималь субсидияны – 18 миллион һумды отто! Был аҡсаға Межгорьелағы ике кинозалда өр-яңы уңайлы креслолар ҡуйыласаҡ. Һанлы кинопроекторҙар, киноэкрандар, хатта 3D өсөн системалар һатып алынасаҡ", – ти Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Петрова.
Әле кинозалдарҙы яңыса йыһазландырыуға әҙерлек бара. Тиҙҙән ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтар Ватаныбыҙҙа сыҡҡан киноларҙы ҡарап кинәнәсәк. Йәш быуынға “Пушкин картаһы” буйынса билет һатып алыу бигерәк тә отошло буласаҡ.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан