

Социаль реестрға индерелгән эшҡыуарҙар 100 мең һумдан алып 500 меңгә тиклем гранттҡа дәғүә итә ала. Аҡса социаль өлкәлә проектты тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн берлектә финанслау шарттары буйынса ҡаплау өсөн бирелә.
"Быйыл Хөкүмәт социаль предприятие сығымдарының 75 процентын проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡаплай, 25 процентын эшҡыуар үҙе финанслай. Былтыр был иллегә - илле ине. Грант алыусылар өс йыл дауамында эшмәкәрлек алып барырға тейеш була. Грант конкурс нигеҙендә бирелә. Ҡатнашыусылар өсөн бер нисә мотлаҡ шарт бар, улар менән минстрлыҡтың сайтында танышырға мөмкин", — ти республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Конкурсҡа документтар Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында 2022 йылдың 1 авгусынан 12 авгусына тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы әҙерләү буйынса кәрәкле кәңәштәрҙе Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге кабинеттарында йәки "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына (+7 (347) 224-99-99) шылтыратып алырға мөмкин.
Социаль эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан.