Милли проекттар
25 Июль 2022, 10:30

Нефть-химия тармағында хеҙмәттәшлек нығына

Делегация составына “Башҡортостан конгресс-бюроһы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың Беларусь Республикаһындағы вәкиле Константин Климин, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре һәм төбәктең 10 предприятиеһы инде.

Нефть-химия тармағында хеҙмәттәшлек нығынаНефть-химия тармағында хеҙмәттәшлек нығына
Нефть-химия тармағында хеҙмәттәшлек нығына

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегацияның Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында Минск ҡалаһында Беларусь дәүләт нефть һәм химия концерны етәкселеге һәм уға ҡараған “Гродно Азот”, “Лакокраска”, “Мозырь нефть эшкәртеүсе заводы”, “Нафтан” акционерҙар йәмғиәттәре предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуы булды.

– “Белнефтехим” концерны предприятиелары Башҡортостанға синтетик ептәр, туҡымаға ҡарамаған материалдар, быяла-сүс нигеҙендәге әйберҙәр, трикотаж туҡымалар, махсуслашҡан ҡорамалдар һата. Башҡортостан етештереүселәре Беларусь нефть-химия ойошмаларын хуш еҫле углеводородтар, терефталь кислота, синтетик каучук, шыйыҡландырылған нефть газдары, катализаторҙар, төрлө полимерҙар менән тәьмин итә. Беҙҙең предприятиелар үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә ынтыла, был Беларусь Республикаһына эш сәфәре ваҡытында әүҙемлектә һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡта сағыла. Сарала ҡатнашыусыларҙың нефть химияһы һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында һөйлөшеү мөмкинлеге булғандыр, – тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Осрашыу барышында Лена Изотова Рәсәй төбәктәренең республика биләмәһендә Беларусь машиналар эшләү производствоһын туплау, техника йыйыу линияһы һәм уларға запас частар сығарыу буйынса ҡарашын белдерҙе. Ул “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә эш башлаған Беларусь Республикаһының “АМКОДОР” компанияһының етештереү комплексын төҙөү проектын миҫалға килтерҙе. Шулай уҡ ул төбәктең юл төҙөү һәм коммуналь тармаҡ өсөн төҙөлөш техникаһы алыуға мохтажлығы барлығын билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, делегация составына “Башҡортостан конгресс-бюроһы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың Беларусь Республикаһындағы вәкиле Константин Климин, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре һәм төбәктең 10 предприятиеһы инде.

Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына эш визиты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.    

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас