Милли проекттар
26 Июль 2022, 05:30

Асҡында социаль-мәҙәни үҙәктәр ремонтлана

Өс объектты йүнәтеүгә, улар араһында Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто ла бар, 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленә

Асҡында социаль-мәҙәни үҙәктәр ремонтланаАсҡында социаль-мәҙәни үҙәктәр ремонтлана
Асҡында социаль-мәҙәни үҙәктәр ремонтлана

2018 йылдың майында Рәсәй Президенты В.В. Путин милли проекттар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Улар халыҡтың йәшәү кимәлен, тормош-көнкүреш шарттарын төрлө яҡлап яҡшыртыуға, иҡтисадтың төрлө өлкәләренә ҡағыла. Халыҡтың рухи донъяһын байытыуға булышлыҡ иткән "Мәҙәниәт" милли проекты ла (национальный проект "Культура") – шулар араһында. Уның эсенә өс программа инә - "Мәҙәниәт мөхите", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" .

Милли проект мәҙәни учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытырға, музей экспонаттарын һанлаштырырға, мультимедиагидтар булдырырға, өлкә хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кимәлен камиллаштырырға булышлыҡ итә. Ул ауыл мәҙәниәт учреждениелары торошон яҡшыртыуға айырыуса ҙур этәргес булып тора.

Әйтәйек, Асҡын районында әлеге ваҡытта социаль-мәҙәни үҙәктәрҙе ремонтлау бара. Өс объектты йүнәтеүгә, улар араһында Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто ла бар, 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленә.

Көнгәк, Табаҫҡытамаҡ ауылдарының социаль-мәҙәни үҙәктәрендә төп эштәр ҡыйыҡты яңыртыуға йүнәлтелгән. Ике бинаның һыу менән тәьмин итеү системаһын төҙөкләндереү ҙә күҙ уңында тотола.

Көнгәктәге үҙәк 2006 йылда төҙөлгән. Бер нисә йылдан ҡыйыҡтан һыу үтә башлай. Милли проект арҡылы быйыл ошо мәсьәлә хәл ителәсәк.

Табаҫҡытамаҡ ауылындағы үҙәк 2007 йылда төҙөлгән. “Ҡыйыҡтан шунда уҡ тиерлек һыу үтә башланы, был төҙөүселәрҙең хатаһы ине, – тип һөйләй мәктәп директоры Барый Шәрифисламов. – Һыу аҡҡас, бинала урыны-урыны менән үңәҙ барлыҡҡа килде. Мәсьәләне быйыл бөтөнләйгә хәл итеп ҡуйырбыҙ, тип ышанғы килә”.

Социаль-мәҙәни үҙәктәрҙә ремонт тамамланғанын ике мәктәптең 105 уҡыусыһы һәм уларҙың ата-әсәләре, бында урынлашҡан ойошмалар – ауыл хакимиәттәре, китапханалар, фельдшер-акушер пункттары, балалар баҡсалары, музей хеҙмәткәрҙәре лә көтә. Эштәрҙе август аҙағына – сентябрь башына тамамлау көтөлә.

Ғәйәт ҙур сығымдар талап иткән ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тап "Мәҙәниәт" милли проектының роле баһалап бөткөһөҙ.

Фото: askino.bashkortostan.ru

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас