

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект "Жилье и городская среда") милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” муниципаль программаһына ярашлы, Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша. Төбәктәге иң ҙур "Терра Урал аръяғы" экопаркы комплексын төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара.
Төҙөкләндереү эштәре бер нисә этапта башҡарылды. Беренсе һәм икенсе этаптар сиктәрендә, 2020-2021 йылдарҙа йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелде, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ йыһазландырылды, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ойошторолдо, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылды. Таш композицияларҙан үҙәк аллея булдырылған, архитектура яҡтыртҡыстары ҡулланылған
Хәҙерге заман экологияһы тематикаһына айырым иғтибар бүленгән: парк биләмәһе эскәмйәләр, беседкалар, экологик материалдарҙан эшләнгән диван-бәүелсәктәр менән йыһазландырылған. Йәйәүлеләр, йүгереүселәр өсөн юлдар төҙөлгән.
Әлеге ваҡытта төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы буйынса эштәр алып барыла. Яһалма һыу ятҡылығы, спорт зонаһы һәм скейт-майҙансыҡ төҙөү бурысы тора.
Әйткәндәй, был парк Урал аръяғында иң ҙуры буласаҡ һәм ул 21,5 гектар майҙанды биләйәсәк.
Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра.
Фото: "Башинформ"