

27 июлдә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт, яғыулыҡ һәм инновация министры урынбаҫары Марат Кашаев, урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашлығында Ирандың “Tappiko” Тамин нефть-газ һәм нефть-химия инвестиция компанияһының целлюлоза холдингы һәм Башҡортостандың ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм целлюлоза етештереүсе компаниялары вәкилдәре осрашты.
– Рәсәйгә ҡаршы көнбайыш санкциялары көсәйтелгән ваҡытта Иран менән хеҙмәттәшлек мөһим әһәмиәткә эйә. Әле үк Иран Ислам Республикаһы менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн өҫлөнлөккә эйә, уны үҫтереү планы билдәләнгән. Бөгөнгө осрашыу бер-беребеҙгә табан яһалған ҡыйыу аҙым. Һөйләшеүҙәр барышында республиканың урман сәнәғәте комплексын тотороҡло һәм тигеҙ үҫтереүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән килешеүҙәргә өлгәштек һәм был ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын үҫтереүҙең оҙайлы стратегияһын төҙөү өсөн эшҡыуарлыҡҡа йүнәлеш булып тора, – тине Сергей Греков.
Лена Изотова Башҡортостан һәм Иран араһындағы сауҙа әйләнеше һәм төбәк экспортсыларына күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.
– 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Иран 121,1 миллион доллар күләм менән унынсы урынды биләй. Былтыр экспорт аҙыҡ-түлек һәм сеймал тауарҙарынан торҙо, 90 проценттан күберәк. Структурала шулай уҡ органик булмаған химия, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр, машиналар эшләү тауарҙары булды. Йыл һайын үҙебеҙҙең экспортсыларға яңы ярҙам саралары әҙерләргә тырышабыҙ. Быйыл тышҡы бәйләнештәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү буйынса ҙур күләмдә саралар ҡаралған. Тауарҙы ташыуға, сертификат алыуға субсидиялар бирелә. Башҡарылған экспорт контракты буйынса 30 процентын ҡайтарыу мөмкинлеген биргән экспорт кэшбегы бар, – тине Лена Изотова.
Иран делегацияһы “TAPPICO” директорҙар советы ағзаһы Ахмад Роканабди етәкселегендә эшләне. Иран ҡунаҡтары республиканың ағас эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарын юғары баһаланы һәм Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы тауарҙарын алыуға ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Ике республика вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты һәм артабанғы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн уртаҡ йүнәлештәрҙе билдәләне.
Башҡортостандың Иран менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан