

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, юл эштәре дауам итә.
Ошо көндәрҙә подряд ойошмаһы Вокзал урамындағы 21-се һәм 23-сө йорттар эргәһендәге юлды төҙөкләндерә башланы. Әле эшселәр иҫке бордюрҙарҙы һүтә, киләһе этапта юлдың өҫкө ҡатламын ҡырып алыуға тотонасаҡ. Күп кенә участкаларҙа ремонт тамамланған, подряд ойошмалары тамға һалыу менән мәшғүл. Эш ай аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Милли проекттың төп маҡсаты – ҡалалағы юлдың сифатын яҡшыртыу, сифатын яҡшыртыу, юл фажиғәләрен кәметеү, – тине хакимиәттең төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев.
Мәғлүм булыуынса, быйыл милли проект сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу тәшкил иткән 15 юлды төҙөкләндереү ҡарала. Ҡалала шулай уҡ һигеҙ светофор объекты ҡуйылған, иҫкеләре алмаштырылған.
Килешеүгә ярашлы, бөтә эште 31 июлгә тамамлау бурысы тора. Һәр объект буйынса гарантия ваҡыты билдәләнгән. Комиссия юлда башҡарылған эш сифатын баһалап, етешһеҙлектәрҙе асыҡлаясаҡ. Гарантиялы файҙаланыу осоронда барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе подрядсы үҙ иҫәбенә төҙәтә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/287727
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/287727