Милли проекттар
29 Июль 2022, 08:30

Беҙҙә Ирандан 55 студент белем ала

Ике республика араһында нефть тармағы, энергетика, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф өлкәләрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ.

Беҙҙә Ирандан 55 студент белем алаБеҙҙә Ирандан 55 студент белем ала
Беҙҙә Ирандан 55 студент белем ала

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы  вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков Иран – Рәсәй берҙәм сауҙа палатаһы вәкиле Саид Джалил Джалали-фар әфәнде менән осрашты.

"Беҙҙең осрашыу – Башҡортостан делегацияһының май айындағы Ирандағы тығыҙ һәм эшлекле сәфәре һөҙөмтәһе. Ике республиканың хеҙмәттәшлеген үҫтереп, нефть тармағы, энергетика, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендәге мәнфәғәттәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге инфраструктураһын булдырабыҙ", – тине Сергей Греков.

“Ислам республикаһы Башҡортостандың Топ-10 контрагент илдәренә инә. Үҙ-ара тауар әйләнеше, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 2021 йылда 6,7 тапҡыр артып, 121,1 миллион долларға еткән. Әле республика Иранға экспортҡа үлсәү ҡорамалдары, быраулау ҡорамалдары, химия тауарҙары, баҡыр, иген сығара, ә үҙебеҙ прокатлау станоктары өсөн валдар, шыйығайтылған газ, бутилен, йәшелсә ризыҡтарын һатып алабыҙ. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында Ирандан 55 студент уҡый, күпселеге - медицина хеҙмәткәрҙәре”, – тине ул.

Саид Джалил Джалали-фар әфәнде республикаларҙың агросәнәғәт, нефть-газ эшкәртеү һәм машиналар эшләү комплексы өлкәһендә эшлекле, мәҙәни һәм белем биреү йүнәлешендә бәйләнештәре ҡеүәтен юғары баһаланы.   

Һөйләшеүҙәр барышында ике республика вәкилдәре киләсәккә бер нисә проект йүнәлешен билдәләне.

Башҡортостандың Иран менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас