

2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Благовещен ҡалаһының Рәсәй моноҡалалары араһында иң яҡшы унау иҫәбенә ингән. Һөҙөмтәләр 27 июлдә ТАСС агентлығында “МОНОГОРОДА.РФ” коммерцияға ҡарамаған ойошманың матбуғат конференцияһында иғлан ителде.
Сараны “Рәсәй Федерацияһының Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды” дәүләт корпорацияһының ҡаланы үҫтереү буйынса баш идара итеүсе уҙаҡташы, “МОНОГОРОДА.РФ” ойошмаһының генераль директоры Ирина Макиева үткәрҙе.
Ирина Макиева сығышында Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды күрһәткән ярҙам саралары исемлеге һәм күләме арттырыласағы тураһында әйтте. Монопрофилле биләмәләрҙә яңы эш урындары булдырыла, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә инвестициялар йәлеп ителә.
"Рәсәй Федерацияһының Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды еңеүсе һәр ҡала менән ғорурлана. Улар ҙур юл үтте, үҫештең яңы баҫҡысына күтәрелеү өсөн бөтәһен дә эшләне. Бында ҡаланың һәм төбәктең идара итеү командаһының, үҫеш институты төркөмөнөң өлөшө ҙур. Бергә 60 инвестпроектҡа ярҙам иттек, 100 самаһы инфраструктура объектын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, моноҡалалар иҡтисадына 180 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итә алдыҡ, 28 меңдән күберәк эш урыны булдырҙыҡ", – тине Ирина Макиева.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһының социаль-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшеүе өсөн күрелгән саралар, шулай уҡ киләсәктә ҡаланы үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
"Бөгөн бик шатлыҡты ваҡиға. Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбенә инеүенә ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Әлбиттә, иң беренсе рәхмәт һүҙҙәрен һеҙгә һәм яҡшы командағыҙға белдерәм. Ҡулға-ҡул тотоношоп ауыр ваҡыттарҙы үттек. Беҙгә дуҫтарса ярҙамығыҙ мөһим булды. Беҙҙең республикала алты монопрофилле берәмек, бишеһе - “Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе” статусына эйә. Уларҙың эшләгән осоронда Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә 122 резидентты йәлеп иттек. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамһыҙ быға өлгәшеп булмаҫ ине. Ҙур күләмдә ташламалы займдар алдыҡ, улар был биләмәләргә үҫергә булышлыҡ итте. Ыңғай иҡтисади үҫеш булһа, ҡала тулыһынса яңы төҫ ала. Беҙҙең һәр моноҡала Рәсәй Төҙөлөш министрлығының иң яҡшы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттарында ҡатнашты һәм еңде. Благовещен хаҡында әйткәндә, унда тарихи үҙәкте үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы проект ғәмәлгә ашырыла, ул ҡаланың урамдарын, йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртәсәк. Муниципалитет башлығы Олег Евгеньевич Головҡа рәхмәт белдерәм, ул үҙенең командаһы менән был наградаға лайыҡ. Беҙҙең бөтә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә йәш, әүҙем етәкселәр эшләй. Шуға ла алға ышаныслы барабыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Ирина Макиева матбуғат конференцияһында моноҡалалар рейтингы алдынғыһы һынын Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головҡа тапшырҙы. Ул 2021 йылда урында эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге артыуын, ә ҡала халҡы араһында уҙғарылған һорау алыуҙарҙа муниципаль етәкселеккә ышаныс белдерелгәнен билдәләне.
Олег Голов башҡарылған эшкә юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Благовещен районы хакимиәте биләмәне артабан үҫтереүгә барлыҡ тырышлығын һаласағы тураһында белдерҙе.
Благовещен ҡалаһы ҡеүәтен үҫтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекә ярҙам” милли проекттарын (национальные проекты «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы», «Производительность труда и поддержка занятости») ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан