

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙенсәлекле проект менән таныштырҙылар.
“Беҙҙең районда дөйә, як зубр аҫрайҙар, ә һеҙҙә?” – тигән һорау бирә башлар, моғайын, ишембайҙар башҡа райондарҙа йәшәгән таныштарына. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Әмир Бәширов “Башҡорт ауылы”н асыу идеяһын тәҡдим итте. Проект этнотуризмды үҫтереүҙе, һирәк осрай торған хайуандар үрсетеүҙе, уларҙың популяцияһын арттырыуҙы үҙ эсенә ала. Күптән түгел генә буласаҡ “Башҡорт ауылы” биләмәһенә дөйә, гиссар тоҡомло һарыҡ (ауырлығы 150 килограмға етә), ҡаҙ килтерелгән. Йүнсел әйтеүенсә, был әлегә эштең башы ғына.
Проектты үҫтереү барышында биләмәгә як, зубр, башҡорт аттарын, камори кәзәләрен килтереү планлаштырыла. “Башҡорт ауылы”на килгән ҡунаҡтар тиҙҙән һирәк осрай торған хайуандар, башҡорттарҙың көнкүреше менән танышып, урындағы аш-һыуҙарҙы тәмләп, саф һауала рәхәтләнеп ял итер.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/292392