Милли проекттар
29 Июль 2022, 06:30

Стадион әҙер тиерлек

Уны төҙөкләндереү проектын былтыр асҡындар үҙҙәре һайлағайны.

Стадион әҙер тиерлекСтадион әҙер тиерлек
Стадион әҙер тиерлек

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Асҡын ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән стадионда эш тамамланып килә.

Әле подряд ойошмаһы – “Асҡын” юл-төҙөлөш күсмә механизацияланған колоннаһы стадионға газон түшәү өсөн тупраҡ ташыу менән мәшғүл. Биләмә ҡоймаланған, йүгерә торған юлға резина япма түшәлгән, трибуналар эшләнгән, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, футбол майҙаны әҙер булып килә.

“Яңыртылған стадион барыһының да күңеленә хуш килер, асҡындар бында ял итер, спорт менән шөғөлләнер тип ышанам”, – тип яҙған район хакимиәте Динис Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы объект тураһында.

Мәғлүм булыуынса, стадионды төҙөкләндереү проектын былтыр асҡындар үҙҙәре һайлағайны. Уның өсөн 2620 тауыш бирелде. Проектты тормошҡа ашырыуға 9,5 миллион һум аҡса бүленде. Быйыл район халҡының әүҙемлеге һөҙөмтәһендә конкурста йәнә бер проект еңеп сыҡты. Ул Асҡын ауылының Пионерҙар урамындағы мәсет менән яр буйы араһындағы биләмәне төҙөкләндереүгә ҡағыла. Бында ғаилә менән ял итеү паркы барлыҡҡа киләсәк. 2023 йылда тормошҡа ашырыласаҡ проект өсөн 2904 кеше тауыш бирҙе.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/471818/

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас