

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән алып барылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә үҙ эшен асыусы йүнселдәргә һәм эшҡыуарҙарға бар яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
"Башҡорт микрокредит компанияһы" тәбәктәге эшҡыуарҙарға микрофинанс дәүләт ярҙамы күрһәтеү ваҡытын оҙайтты. Әйткәндәй, микрофинанс ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү” (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») милли проектына ярашлы күрһәтелә. Һөҙөмтәлә яңы өс йыллыҡ займ күләме июнь-июль айҙарында 100 млн һумдан ашты.
Миҫалға, Йылайыр районынан ағас етештереүсе "ГРАНД" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 8,5 процент йыллыҡ ставка менән урман һатып алыуға һәм яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн заем алған. Предприятиела 20 кеше эшләй.
Микрофинанс ярҙамы Иглин районындағы "Энергетик" заводына ла күрһәтелгән. 80 кешелек ойошма металлконструкциялар һәм төҙөлөш материалдары етештерә.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, Республика Хөкүмәте санкциялар шарттарында үҫеш мөмкинлеге биреү өсөн ошондай ҡарар ҡабул итеүе төбәктә урындағы тауар етештереүселәрҙең материал-техник базаһын нығытыуға, эш урындарын һаҡлап ҡалыуға ҙур ярҙам булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан