Милли проекттар
30 Июль 2022, 06:30

Өлкән йәштәгеләр өсөн туризм

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектында 2022 йылда өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Өлкән йәштәгеләр өсөн туризмӨлкән йәштәгеләр өсөн туризм
Өлкән йәштәгеләр өсөн туризм

 

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты быйыл апрель айында старт алды. Тулы булмаған дүрт ай эсендә Башҡортостандың матур урындарын күреп ял итеү мөмкинлегенән 3,5 мең кеше ҡулланды.

Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған программалар : “Нарыҫтауға экскурсия. “Изге Ғәли” сығанағы,  “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы”, “Святые Кустики»” монастыры. Барлығы социаль проектта 30-лап маршрут ҡаралған. Уларҙы республиканың 11 туроператоры булдырған. Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы”  милли проекттары (национальные проекты "Демография" и "Туризм и индустрия гостеприимства") сиктәрендә ойошторолған. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.

  • “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм.” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға  ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик мөһим, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әйтергә кәрәк, проектта ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки йәшәгән урын буйынса муниципаль район, ҡала  хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” - социаль проектында Башҡортостан биләмәһендә даими теркәлеүҙә булған граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар ошо мөмкинлектән ҡуллана. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына   бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Проектта ҡатнашыу бушлай. 

 Был проект оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән. Ул Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципаль район һәм ҡалалар тормошҡа ашырған берлектәге эш. 2022 йылда был хеҙмәт менән 10 мең оло йәштәге кешенең ялын ойоштороу ниәтләнә.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

   

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас