Милли проекттар
30 Июль 2022, 07:30

Патриотик тойғо йәштән һалына

Башҡортостанда хәрби-тарихи ойошма грантҡа дәғүә итә ала

Патриотик тойғо йәштән һалынаПатриотик тойғо йәштән һалына
Патриотик тойғо йәштән һалына

 

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия рәүешендә  федераль бюджеттан грант биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде.  Тейешле ҡарарға илдең Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

“Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы белем биреү үҫешенең дәүләт ярҙамына грант алыусылар исемлегенә индерелде.

Ойошмаға  уның эшмәкәрлеген финанс яҡтан  тәьмин итеүгә, йәштәр һәм балалар өсөн патриотик йүнәлештәге мәғрифәтселек программаларын уҙғарыуға гранттар биреләсәк. Һүҙ фестивалдәр, форумдар, реконструкциялар, лекциялар һәм башҡа саралар тураһында бара.

 Шуны ла билдәләү мөһим, республикала Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте бүлексәһе эшләп килә. Унда ҡатнашыусылар хәрби тарих тураһында мәғлүмәттәр эҙләү һәм һаҡлау, һуғыш урындарын тикшереү, музейҙар булдырыу, реконструкцияны ойоштороу менән шөғөлләнә.

Был саралар өсөн  “Мәғариф” милли проектының  (национальный проект «Образование») “Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү” федераль проекты ярҙамы ҡаралған. Ил Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса ойошторолған милли проект балаларҙа һәм йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе һәм  уны яҡлауға әҙер булыуҙы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас