

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы алып барған юл эргәһе сервисы объектын булдырыу күләмле сара итеп баһаланған. Был турала 28 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙғарылған “Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында билдәле булды. “Байтуған” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты буйынса белдерелгән инвестициялар күләме 58 миллион һум тәшкил итә, 23 эш урындарын булдырыу планлаштырыла.
Күләмле проект статусы “Байтуған” компанияһына торгһыҙ ғына ер участкаһы алыу, транспорт һәм инженер инфраструктураһына сығымдар өлөшөн ҡаплатыуға субсидия рәүешендә дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеген бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл эргәһе сервисы үҫеше концепцияһы Башҡортостан биләмәһендә 2020-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләре буйынса республикала 38 юл эргәһе сервисы объекттары файҙаланыуға тапшырылған, 49 әле эшләп килгән объекттар модернизацияланған.
Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проектын (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.
“Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы” Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы республика биләмәһендә инвестиция проекттарын алып барыу буйынса вәкәләтле ойошма итеп билдәләнгән. Белгестәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә стадияларында ла бушлай алып бара – концепцияһын эшләүҙән алып объектты файҙаланыуға тапшырғанға тиклем.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан