

Дүртөйлө ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ( национальный проект «Жилье и городская среда») “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты ярҙамында Мусин урамында яңы сквер булдырыу буйынса эш алып барыла.
Был урында халыҡ буш ваҡытын уҙғара, ҡала ығы-зығыһынан ял итә һәм тәбиғәткә һоҡлана аласаҡ. Парк зоналары һауаның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ халыҡты берләштереүгә һәм уның йәшәү сифатын күтәреүгә лә ярҙам итә.
“Яңы скверҙа эш тамамланыуға бара. Бөгөн коллектив менән унда тағы ла өмә яһаныҡ: йәйәүлеләр зонаһы буйлап газондарҙы тигеҙләнек, биләмәне төҙөкләндерҙек. Прогулка юлдары ла асфальтланды, парковка урыны эшләнде, биләмә йәшелләндерелде, яҡтыртҡыстар ҡуйыу эше башланды. Был ял мөйөшө ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Дүртөйлөнөң тарихи үҙәгенә тартып торасаҡ. Бына шулай яйлап уңайлы ҡала мөхитен формалаштырабыҙ”, - тип һөйләне Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
“Ҡала матурлана һәм бөхтәләнә бара. Үҙгәрештәргә һоҡланам. Һеҙ ҙур афариндар!” – тип билдәләне ошо ҡалала йәшәүсе Фаина Лопуть.
Шуны ла билдәләү мөһим, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан