

Natura Park глэмпингы Ҡырмыҫҡалы районында эш башланы. Проект 2022 йылдың апрелендә старт алды, алты яңы эш урындары барлыҡҡа килде, инвестициялар күләме 12 миллион һум тирәһе тәшкил итә. Яңы туристик объекты төбәк картаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы) милли проекттары (национальные проекты «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы» и «Туризм и индустрия гостеприимства») сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.
Проект авторы – Өфөнән Вадим Сафин. Яңы эш асырға уйлап, ул Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәгенә консультацияға мөрәжәғәт итә. Үҙәк белгестәре уға тиҙ үрләү өсөн уникаль стиль әҙерләргә тәҡдим итә. Шул рәүешле танылған логотип менән Natura Park бренды барлыҡҡа килә. Бынан тыш үҙәктә эшҡыуарға проекттың презентацияһын дөрөҫ итеп эшләргә ярҙам итәләр һәм Ҡырмыҫҡалы районының бизнес-шерифы менән эшлекле осрашыу ойошторалар.
Глэмпинг хеҙмәтенә ихтыяж юғары, шуға ла эшҡыуарҙың планда артабан да бизнесты үҫтереү бурысы тора.
Дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәге сайтында ла белергә мөмкин.
Ғөмүмән, бизнес үҫеше һорауҙары буйынса консультацияларҙы республиканың бизнес-шерифтарынан алырға була, улар менән бәйләнешкә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты аша сығырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан