Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй булыр яңы вуз?

Фәндең һәм технологияларҙың  ун йыллығында Башҡортостанда  ун алдынғы проект әҙерләнәсәк  

Ниндәй булыр яңы вуз?
Ниндәй булыр яңы вуз?

 

Республика алдына ҡуйылған бурыстарҙы донъя кимәлендәге  Евразия фәнни-белем биреү үҙәге хәл итәсәк. Төп маҡсаттарҙың  береһе – Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү, был проектты Рәсәй Хөкүмәте лә хупланы. Уның майҙаны 152 мең квадрат метр тәшкил итә, хаҡы 20 миллиард һумға баһалана. Шулай уҡ Башҡортостанда йәш ғалимдарға дәүләт ярҙам саралары киңәйтелә, йәштәр лабораториялары һәм классик университет  - Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырыла.  

 Рәсәйҙә фән һәм технологиялар ун йыллығы бурыстары нисек хәл ителеүе тураһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һөйләне. 2025 йылға фәнни ирекмәнлек менән 100 мең кеше шөғөлләнәсәк, ил төбәктәрендә 90 фәнни-популяр маршруттар әҙерләнәсәк, "ГосТех" платформаһында һөнәри берләшмәләр өсөн сервистар барлыҡҡа килә.

- Байтаҡ башланғыстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  ҡушыуын үтәү менән бәйле – беҙҙең эске һәм донъя баҙарында ҙур фәнни көс талап иткән (наукоемкий)  продукттар һәм хеҙмәттәрҙе булдырыу һәм этәреү, тәү сиратта юғары технологиялар тармағында илебеҙҙең конкурентлыҡ һәләтен тәьмин итеү, – тине Дмитрий Чернышенко.

 Фән һәм технологиялар ун йыллығы «Фән» милли проекты (национальный проект «Наука») сиктәрендә алып барыла. Саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: Башинформ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в