Милли проекттар
1 Август 2022, 08:15

Саҡмағоштар шишмәне тәртипкә килтерҙе

Шишмәнән һыу алырға туҡтағандарҙың барыһы ла өмәгә сыҡҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Саҡмағоштар шишмәне тәртипкә килтерҙеСаҡмағоштар шишмәне тәртипкә килтерҙе
Саҡмағоштар шишмәне тәртипкә килтерҙе

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, Саҡмағош ауылында “Беҙ бергә” хәрәкәте ирекмәндәре урындағы шишмәне һәм уның эргәһендәге биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Таҙа шишмә” экологик акцияһын ойошторҙо.

Ирекмәндәр дәртләнеп шишмәнең тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Акцияла ҡатнашыусылар таҙа һыу эсеп, хозур тәбиғәткә һөйөнөп, кәйефтәрен күтәреп таралышты. Шишмәнән һыу алырға туҡтағандарҙың барыһы ла өмәгә сыҡҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

“Райондың экологик проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, йәш быуын өсөн тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, экологик мәҙәниәтте үҫтереү, халыҡ араһында ирекмәндәр хәрәкәтен танытыу ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине район хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитетының төп белгесе Айһылыу Хәлитова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/293247

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/293247

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас