Милли проекттар
2 Август 2022, 12:15

Асҡын – Көнгәк автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Миҙгел тамамланғанса 4,5 километр юлға асфальт түшәү бурысы тора

Асҡын – Көнгәк автомобиль юлы төҙөкләндереләАсҡын – Көнгәк автомобиль юлы төҙөкләндерелә
Асҡын – Көнгәк автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Асҡын юл ремонтлау-төҙөү идаралығы Ҡубыяҙ һәм Урмияҙ ауылдары араһында урынлашҡан Асҡын – Көнгәк автомобиль юлы участкаһына асфальт түшәй башланы.

Мәғлүм булыуынса, был былтыр башланған эштең дауамы.  Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы башҡарыла.

Эшселәр әйтеүенсә, төҙөлөш миҙгеле тамамланғанса 4,5 километр юлға асфальт түшәү бурысы тора. Былтыр биш километр юл төҙөкләндерелгәйне. Дөйөм алғанда, 10,4 километрлыҡ юл участкаһына асфальт түшәргә кәрәк. Эште 2024 йылда тулыһынса тамамлау күҙаллана.

“БашАльянсСтрой” ойошмаһы бер үк ваҡытта юлға ҡырсын да түшәй. Әле төҙөкләндерелгән участкала юл япмаһын түшәү өсөн нигеҙ әҙерләнә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/472191/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/293130

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас