Милли проекттар
2 Август 2022, 06:00

Көтөп алынған бәхет

Йәш ата-әсә бер юлы ҡыҙлы ла, уллы ла булды. Игеҙәктәр бер минут айырмаһы менән донъяға килде...

Көтөп алынған бәхетКөтөп алынған бәхет
Көтөп алынған бәхет

Әлшәй районында йәшәгән Гөлназ һәм Илмир Харисовтар ғаиләһе был осорҙа ҙур ҡыуаныс кисерә. Улар тормоштарының бәхетле мәлен  сабырлыҡ менән  көтөп алды, ниһайәт, йәш ата-әсә бер юлы ҡыҙлы ла, уллы ла булды. Игеҙәктәр бер минут айырмаһы менән донъяға килде.

 Дамир һәм Данелия исемле сабыйҙарҙың бер юлы йәш ғаиләлә донъяға килеүе икеләтә бәхет, шатлыҡ ҡына ла түгел, ә яҙмыш бүләге лә. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йәш ғаиләгә ул һәм ҡыҙҙарының  тыуыу тураһындағы тәүге документтарын тапшырып, сәләмәтлек, именлек теләне.  Игеҙәктәр тыуыуы  Харисовтар ғаиләһе өсөн генә түгел, ә барлыҡ   туғандары, яҡындары  өсөн дә икеләтә бәхет.  Сабыйҙарҙың һау-сәләмәт булып үҫеүен, ата-әсәһенә  ныҡлы терәк, йыуаныс булыуын теләйбеҙ.

“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың береһе – “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы” проекты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы  Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас