

“ИНФОРМАВТОДОР” федераль дәүләт бюджет учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, Өфөнөң Затон шоссеһындағы 8,5 километрлыҡ участканы төҙөкләндерәләр. Ремонт сифатын заказсының юл-төҙөлөш лабораторияһы һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү хеҙмәте көн дә тикшерә.
Әле был юлда һыҙаттарҙы тәртипкә килтерәләр, асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатын түшәйҙәр. Әйткәндәй, был участкала асфальт-бетон ҡатнашмаһы күләмле функциональ проектлау системаһы буйынса ҡулланыла. Эште башлағанға тиклем подряд ойошмалары ҡулай ҡатнашма составын һайлай һәм уны лабораторияла тикшерә. Состав буйынса килешкәс, юлға түшәй башлайҙар.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфөлә йыл аҙағына тиклем 23 километрҙан ашыу 17 юл участкаһы тәртипкә килтерелә. Әле биш объектта – Салауат Юлаев проспектында, Кемерово, Менделеев, Суворов, Саҡмағош урамдарында эш тулыһынса тамамланған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/295128
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/295128