Милли проекттар
4 Август 2022, 16:00

“Стимул” стимул бирә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаты – беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу.

“Стимул” стимул бирә“Стимул” стимул бирә
“Стимул” стимул бирә

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Стимул” программаһы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Салауат ҡалаһындағы Көнсығыш торлаҡ районындағы инженерлыҡ селтәре төҙөлөшөн ҡараны.

- “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаты – беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу, – тине Илшат Тажетдинов. – Бер үк ваҡытта газ, һыу торбалары һуҙыуҙы күҙ уңында тотҡан торлаҡ фондын инженер йәһәттән комплекслы төҙөкләндереү – халыҡтың йәшәйешендә уңайлыҡтар килтереүҙә һәм торлаҡ төҙөлөшөнә стимул биреүҙә иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас