Милли проекттар
5 Август 2022, 07:15

Биш йыл буйы көткәндәр

Был проблеманы 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итмәкселәр.

Биш йыл буйы көткәндәрБиш йыл буйы көткәндәр
Биш йыл буйы көткәндәр

Октябрьский ҡалаһындағы “Яҙ” торлаҡ комплексы өлөшсөләренә асҡыстар тапшырыла. 80 тирәһе ғаиләнең торлаҡҡа хоҡуғы тергеҙеләсәк һәм оҙаҡ көтөлгән фатирҙарын аласаҡ.

- Әйтеп үтелгән граждандарҙың яртыһы тиерлек үҙ асҡысын алды һәм яңы өй туйланы. Һуңғы комплектты тапшырғандан һуң Октябрьский ҡалаһы өсөн был һорау тулыһынса “ябылды”. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ республикабыҙҙағы зыян күргән граждандарға хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға контролде дауам итәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

29 июлдә Октябрьский ҡалаһы хакимиәте тарафынан Рәхимйән Насиров урамындағы 19-сы йорттағы 6-сы кварталдағы торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт документтары бирелде. 141 фатирға дөйөм майҙан 6,1 мең квадрат метр тәшкил итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өлөшсөләр үҙ фатиирҙарын 2017 йылда алырға тейеш ине. “Госстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “4-се төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгә йәмғиәте үҙенең йөкләмәләрен үтәмәгән, төҙөлөштө ваҡытында атҡармаған. Хәҙер Октябрьский ҡалаһындағы 19-сы кварталды сафҡа индереүгә урындағы “4-се төҙөлөш идаралығы” махсуслашҡан төҙөүсе комапания проект финанслауы юлы буйынса тотонған.

Әйткәндәй, 2022 йыл йыл башынан бер меңдән ашыу кешенең торлаҡҡа хоҡуҡтары тергеҙелгән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальынй проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Төбәктә әле тағы өс меңдән ашыу ғаилә үҙҙәренә асҡыс тапшырылыуын көтә. Уларҙың да был проблемаһы ыңғай хәл ителер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Быйыл июлдә иһә 327 алданған өлөшсө ғаиләнең хоҡуҡтары компенсация түләүҙәре рәүешендә тергеҙелде. Шулай итеп, был ярҙам 1,2 миллиард һум тәшкил итте. Һүҙ көрсөккә терәлгән “Ҡала проекттары”, “Высоткалар”, “Йәшел ҡурсаулыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең объекттары тураһында бара.

- Республикала ай һайын 100-ләгән өлөшсө аҡсалата ярҙам ала. Был төбәктең федераль фонд менән берҙәм эше тураһында һөйләй. Алдыбыҙҙа бер маҡсат – 2023 йыл аҙағына тиклем барлыҡ алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура мминистры урынбаҫары Артем Ковшов.

Фото: pro-dachnikov.com

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас