

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) ҡатнашҡан “Петон Констракшн” компанияһы “Күбекле быяла буйынса изоляциялаусы” һөнәренә ҡағылышлы корпоратив стандарт төҙөнө. Был эш уҡыу программаһы, пенсонал компетенцияһы һәм уны баһалау моделе ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелә.
– “Петон Констракшн” предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 2020 йылдың сентябрендә ҡушылды. Проект буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн етештереү ғәмәлдәренә күҙәтеү яһалды. Ул проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы яйға һалырға мөмкинлек бирҙе. Һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү, етештереүҙе арттырыу предприятиела хеҙмәткә түләү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итте. Бынан тыш, быйыл “Иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәләре” конкурсында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өлкәһендәге остазлыҡ” номинацияһында еңеүсе тип танылды, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Әле предприятиела аттестация үтеү өсөн корпоратив университет майҙансығы әҙерләнә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/473115/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/294513