Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Август , 17:30

Республикала “Аҡыллы домофондар” арта

Заман технологиялары яңы мөмкинлектәр аса.   

Республикала “Аҡыллы домофондар” арта
Республикала “Аҡыллы домофондар” арта

Башҡортостан ҡалаларында телекоммуникация хеҙмәттәре күрһәткән республика компанияһы подъезға инеү урындарына өс йыл эсендә 8 мең “аҡыллы домофондар” ҡуйҙы. Ошо маҡсатта компания үҙенең асыштарын  ҡуллана, бөгөн ул Рәсәйҙең 12 субъектында һәм Белоруссия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстанда ихтыяж менән файҙалана. Әле барлығы 12 меңдән ашыу “аҡыллы” домофон системаһы ҡуйылған.

- Башҡортостанда телекоммуникация компаниялары үҙҙәренең программалары сиктәрендә һәм дәүләт менән үҙ-ара бәйләнештә инфрастуктура  һәм һанлы проекттарҙы үҫтерә. Үҙебеҙҙең  IT-эштәрҙең тормошҡа ашырылыуы һәм ихтыяж менән файҙаланыуы төбәк өсөн мөһим, - тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш  министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. 

Бындай “аҡыллы” домофондарҙың үҙенсәлеге – асҡысһыҙ инеү мөмкинлеге. Эштә йәки башҡа ҡалала булһағыҙ ҙа, үҙеңә йәки ҡунаҡҡа ишекте асыуҙы мобиль ҡушымта аша башҡарырға мөмкин.

- Ҡулайлама һеҙҙе “таныһын” өсөн мобиль ҡушымтаға үҙеңдең йәки ғаилә ағзаларыңдың бер нисә фотоһүрәтен һалыу мөһим. Бындай функция домофон баҙарында әйберҙе өҫтөнлөклө айыра, конкуренттарҙа әлегә аналогтар юҡ, - тине “Уфанет” компанияһы төркөмөнең  SMART-хеҙмәттәр йүнәлеше коммерция директоры Дина Григорьева.

Компания вәкиле һүҙҙәренә ҡарағанда, магнит асҡысы буйынса инеү һөҙөмтәле эшләүен дауам итә, фунция оло йәштәгеләр өсөн дә, мобиль ҡушымта менән ҡулланырға теләмәгәндәр өсөн дә эшләй. Шуныһы ла мөһим, әле булған аналог домофондарҙы модернизациялауҙы провайдер үҙ иҫәбенә башҡара, бының өсөн халыҡтан өҫтәмә түләү алмай.  

Һанлаштырыу буйынса эштәр  “Һанлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект "Цифровая экономика") тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә һәм саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в