

Дүртөйлө районының Семилетка ауылында капиталь ремонттан һуң 2-се тәүге медик-санитар ярҙам бүлексәһе асылды. Асыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты. Бүлексә Семилетка, Түбәнге Маншыр, Түбәнге Аташ, Ҡораласыҡ,Таштау ауылдарының 4 537 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк.
Бүлексә сменаға йөҙ пациентты ҡабул итә ала. Бында ике табип-терапевт, педиатр, теш табибы, өлкән шәфҡәт туташы һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. 2022 йылда 2-се тәүге медик-санитар ярҙам бүлексәһенә федераль бюджет средстволары иҫәбенән ремонтҡа һәм йыһазландырыуға ун миллион һум аҡса бүленде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.