Милли проекттар
6 Август 2022, 11:15

Министр медицина пунктын асырға килде

Кушнаренко районының Яҡуп ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асылды.

Министр медицина пунктын асырға килдеМинистр медицина пунктын асырға килде
Министр медицина пунктын асырға килде

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эш сәфәре барышында Кушнаренко районының Яҡуп ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Яңы медицина учреждениеһы 188 кеше, шул иҫәптән 39 бала йәшәгән Яҡуп һәм 110 кеше йәшәгән Матвей ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлнара Ғәниеваның хеҙмәт стажы 28 йыл, ул юғары квалификация категорияһына эйә.

2022 йылда медицина пункты республика бюджеты иҫәбенә ҡорамалдар менән йыһазландырылды.  Һуңғы ике йылда һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыуға ярашлы федераль бюджет средстволары иҫәбенә Яҡуп, Солтанай, Мәмәк ауылдарында өс модулле  пункт урынлаштырылды.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас