

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Шуныһы, был юҫыҡта башҡортостандар өсөн һөйөнөслө хәбәр бар. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы өр-яңы автомобиль юлына реконструкция эштәренең ҡыҙыу барыуы тураһында беҙгә һөйөнсөләнеләр. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылынан алып Дыуан районының Таҙтүбә ауылына хәтлем арауыҡтағы юл быйыл декабрҙә тамамланыр тип көтөлә. Ғөмүмән, был аралағы юл 60, 9 километрға һуҙылған, объекттың хаҡы – дүрт миллиард һумдан ашыу.
– Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы өр-яңы автомобиль юлы – төбәктәге иң эре проекттарҙың береһе, ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын йылдам үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. – Бындағы юл төҙөлөшөнә тәүге көндәрҙән үк ныҡлап тотонғайныҡ, әле уңғандар тырышлыҡ күрһәтә, уның ваҡытында йәки Яңы йыл алдынан тамамланырына тамсы ла шик юҡ. Водителдәрҙең рәхмәтенең сиге булмаясаҡ, ғөмүмән, кем был юлдан үтәсәк, барыһы ла шатланасаҡ ҡына. Әлбиттә, ошо юлды һалғанда заманса технологиялар ҡулланыла, ул тейешле талаптарға тура килтерелә.
Ысынлап та, ошо оло проектты тормошҡа ашырыуға 200-гә яҡын заманса юл-төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән, ә инде махсус техникаларҙың ике смена эшләүе күпте һөйләй. Бик күптәр бында үҙенә эш тапҡан. Әлегә хәтлем юлсылар ике ҡатлам асфальт түшәгән дә инде, шулай уҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалған. Шул уҡ ваҡытта бер нисә урында ашалған йәки ҡырып алынған ҡаяның ҡырсынташын бүтән урынға ташыу эштәре лә бара.
– Бер үк ваҡытта һыу ағып төшә торған урындарға ла торба һалып ҡалдырыу эштәре бара, был эште тамамланды тиһәң дә мөмкин, – ти юл төҙөүселәр. – Аркалы күпер урынлаштырыуға ла, электр бағаналарын күсереп ултыртыуға ла һәр кем етди ҡарай. Ошо объектта ете аркалы күпер төҙөлдө. Сентябрь аҙаҡтарына инде Оло Бирҙәш йылғаһы аша яңы күпер һала башлаясаҡбыҙ.
Фото: sanktpeterburg.bezformata.com
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан