

Ял һәм байрам көндәрендә республика халҡы һәм ҡунаҡтары бәшмәк, еләк йыйырға йәки пикник ойошторорға күл, йылға буйына сыға, урмандарға, тәбиғәт парктарына бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял тамамланғас, күптәр сүп-сарҙы шул урында ҡалдырып ҡайта. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, тап йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтары ярҙары, урман ситтәре кешеләрҙең йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары - ҡағыҙ, целлофан пакеттар, консерва банкылары һәм шешәләр менән күмелә. Сүплектәр барлыҡҡа килә, улар тирә-яҡ мөхиткә, тупраҡҡа, һыу ятҡылыҡтарына ҙур зыян килтерә, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен арттыра. Шуға күрә һәр ял итеүсенең ғәмәлдәренә тотош бер биләмәнең экосистемаһы бәйле.
Әйткәндәй, 6-14 августа Башҡортостанда «Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы уҙғарыла, уның сиктәрендә күмәк кеше ял иткән урындарҙа, яр буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр ойошторола. Сараның маҡсаты – донъяға экологик ҡараш формалаштырыу, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу, халыҡ араһында экологик мәҙәниәтте күтәреү, һыу объекттарында һәм ял итеү урындарында таҙалыҡ булдырыу.
Шулай уҡ, муниципалитеттар һәм ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә законһыҙ сүплектәрҙе асыҡлауға баҫым яһаласаҡ.
– Битараф булмаған кешеләрҙе, ирекмәндәрҙе, шулай уҡ ойошмаларҙы, компанияларҙы, йәштәр хәрәкәттәрен тыуған төйәктең тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә һәм «Экологик эштәр аҙналығы»нда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Экология – һәр кемдең эше, һәр кемдең уртаҡ маҡсатҡа индергән өлөшө ҙур әһәмиәткә эйә. Тик күмәк көс менән республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итеп буласаҡ, - ти Нияз Фазылов.
Әйткәндәй, ил Президенты Владимр Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Экология” милли проекты ла ошо маҡсаттарҙы алдына ҡуя. Төп бурысы – илдәге экологик хәлде кардиналь яҡшыртыу һәм рәсәйҙәрҙең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһау. Был күп яҡлы эштә власть органдары, федераль проекттарҙың башҡарыусылары, кураторҙары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар ҡатнаша.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.