

Баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһында даими рәүештә төрлө белгестәр ҡатнашлығында семинарҙар ойошторола. Дауахана етәкселеге әйтеүенсә, тиҙҙән дауахана базаһында Инсультты мониторинглау үҙәге асыла һәм ошо ваҡиға алдынан учреждениела ҙур әҙерлек эштәрен башҡарғандар.
Әйтергә кәрәк, илдә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыусылар һаны һаман юғары булып ҡала. Оҙайлы физик көсөргәнеш, эҫе һауа йоғонтоһо артериаль баҫымдың күтәрелеүенә килтереүе мөмкин, был артериаль гипертензия менән яфаландарға айырыуса мөһим.
Түбәндә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоу билдәләрен килтерәбеҙ:
- көсһөҙлөк, ҡулда, аяҡта йәки кәүҙәнең яртыһында һиҙеү һәләтенең боҙолоуы;
- биттең ойоуы һәм асимметрияһы;
- телмәр боҙолоу;
- күреү даирәһе сикләнеү, әйберҙәр икәү булып күреү;
- баш әйләнеү, координация боҙлооу, атлап йөрөүҙә ҡыйынлыҡтар;
- көслө баш ауыртыуы.
Был билдәләрҙең береһе беленеү менән кисекмәҫтән ашығыс медицина ярҙамы саҡыртырға кәрәк. Медицина ярҙамын ваҡытында алмау ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килгәнсе пациентты мендәргә һалып ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҡоҫоу барлыҡҡа килһә – ҡабырғаға һалырға, яңы һауаның даими ағымын тәьмин итергә, бинаны елләтергә, ҡыҫынҡы кейемде сисергә.
Белгестәр билдәләүенсә, Инсультты мониторинглау үҙәгенең даирәһе киң буласаҡ. Был ҙур маҡсат тормошҡа ашырыла ҡалһа, инсультҡа ҡаршы көрәштә бөтөнләй икенсе, юғарыраҡ кимәлгә сығасаҡбыҙ, ти улар.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырыҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлеге заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһы ла инсульт һәм инфаркты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: fnkc-fmba.ru