

Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Өфө ҡалаһының юл лабораторияһы менән берлектә Затон шоссеһына юлланды. Журналистар юлдарҙы ремонтлау сифатын контролдә тотоу процесын күрҙе.
2022 йылда Өфөлә был – ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (нацпроект «Безопасные качественные дороги») буйынса яңыртылған иң оҙон объект. Уның оҙонлоғо 8,5 саҡрым тәшкил итә. Юл эштәре барышында Затон шоссеһында бүлеү һыҙаты, 1800 тоннанан ашыу тигеҙләү ҡатламы, 130 мең квадрат метр майҙанда яңы асфальт-бетон япмаһы һалыу күҙаллана. Горизонталь юл билдәләрен һыҙыу һуңғы этап буласаҡ.
Подряд ойошмаһы директоры урынбаҫары Виктор Беляков әйтеүенсә, юлдағы асфальт-бетон япмаһының туҙған ҡатламы фрезерланған һәм тигеҙләү ҡатламы эшләнгән. 3 авгусҡа объектҡа 15 берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән. Юлсылар айырым һыҙат булдырыу һәм өҫкө ҡатламды йәйеү менән мәшғүл, яңы асфальт 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда түшәлгән. Объекттың әҙерлеге 80 процент тәшкил итә.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Өфөлә күләмле-функциональ проектлау системаһы буйынса асфальт-бетон ҡатнашмалары ҡулланыла. Быға тиклем бындай материалдар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, ул климат шарттарына ярашлы әҙерләнә. Көн һайын эшселәр 1500 тонна самаһы асфальт түшәй.
Өфө ҡалаһының Төҙөкләндереү буйынса заказ биреүсе һәм техник күҙәтеү хеҙмәтенең юл-төҙөлөш лабораторияһы төҙөлөш майҙансығына материалдар килгән мәлдән алып горизонталь юл билдәләрен һыҙыуға тиклем көн һайын юлдарҙың сифатын тикшерә. Затон шоссеһында ла япма өлгөләре алынған. Улар тикшереү үткән: юл япмаһында һауа бушлыҡтары булыу-булмауы буйынса һынау һөҙөмтәләре - 4,8 %, был ГОСТ талаптарына тап килә. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, юл япмаһының өҫкө ҡатламы өсөн норматив 3-7 процент тәшкил итә.
Ағымдағы юл-төҙөлөш миҙгеле аҙағына Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо яҡынса 23 саҡрым булған 17 участка урам-юл селтәре (ремонт, капиталь ремонт) төҙөкләндереләсәк.
Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралығының капиталь ремонт бүлеге начальнигы Рафаэль Исхаҡов әйтеүенсә, 3 авгусҡа ҡарата биш объектта (Салауат Юлаев проспекты, Кемеров, Менделеев, Суворов, Саҡмағош урамдары) эштәр тулы күләмдә тамамланған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.