

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йәш йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен барлауҙа ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырған йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытҡа кредит каникулы юллай аласаҡ.
Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүенсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә район йүнселдәре төрлө йүнәлештә үҙ эштәрен асыу өсөн бизнес-проекттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, күптән түгел "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә “Матрица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проекты ҡаралған. Инициативалы төркөм вәкиле Рөстәм Туғыҙбаев бүлмәләрҙе йыһазландырыу һәм бинаны ремонтлау өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса пландар хаҡында хәбәр иткән. Аҡса туристар, командировкалағы кешеләр ағымын арттырырға һәм өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Фекер алышыуҙа инвесторҙарға ярҙам саралары һәм уларҙы алыу механизмдары тураһында һөйләнеләр.
Район хакимиәте башлығы структур подразделениеларына тәҡдим ителгән проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото һәм текст сығанағы:Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан