

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, районда йүнселдәргә консультатив ярҙам күрһәтелә.
Борайҙа юл буйы сервисы объектына ихтыяж күптән тыуғайны, ҡунаҡханаларҙағы урындарға ҡытлыҡ ныҡлы тойола ине. Шуға күрә “Альтернатива” магазины урынында асылған яңы ҡунаҡхана тиҙҙән был мәсьәләне хәл итәсәк. Борайҙа ғына түгел, күрше райондарҙа ла уңышлы эшләгән тәжрибәле йүнселдәрҙең береһе Рөстәм Фәйезов үҙе өсөн яңы йүнәлеште һайлап, уны үҫтерергә ниәт ҡылды.
Ул ҡулай хаҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтергә теләй. Әле бинаға бөтә коммуникациялар үткәрелгән, эштең төп өлөшө тамамланған. Алты бүлмәлек ҡунаҡхана тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙерләнә.
“Тиҙҙән яңы ҡунаҡхана асыла. Урыны уңайлы, ҡунаҡхананан алыҫ түгел яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, супермаркет, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү сервисы урынлашҡан. Киләсәктә ошонда уҡ бәләкәй кафе ла асырға теләк бар”, – тип пландары менән уртаҡлашты Рөстәм Фәйезов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/296147
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/296147