

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.
Проекттарҙың береһе районда юл буйы сервисын үҫтереүгә ҡағыла. Урындағы йүнсел Урмияҙ ауылы эргәһендә кафе асырға ниәтләй. Бының өсөн уға ике миллион һум самаһы финанс ярҙамы кәрәк. Әле эшҡыуар етештереү базаһы өсөн ҡуртымға ер алған. Унда пилораманың эше яйға һалынған. Кафены ул 2022-23 йылдарҙа асырға ниәтләй.
Кәңәшмәлә ҡаралған икенсе проект эшҡыуарлыҡ субъекттарының һатып алынған ҡорамалдарға сығымының бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында “2019 – 2024 йылдарға Асҡын районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһы буйынса финанс ярҙамы алыуға бәйле. Шәхси эшҡыуар йөк транспорты хеҙмәтен күрһәтә, диңгеҙ ризыҡтары, ит ташыу һәм һатыу менән шөғөлләнә. Ул эшмәкәрлек өсөн кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплау йәһәтенән ярҙам һорай. Атап әйткәндә, уға 800 мең һум самаһы аҡса кәрәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/296018
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/296018