

“Төҙөлөш тарихы тураһындағы иң шәп һорау” номинацияһында Октябрьский ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Егор Фонаков еңеүсе тип танылды. Ул түбәндәге һорауҙы бирҙе: “Ҡышҡы һарай төҙөлөп бөткәс, уның алдындағы майҙан төҙөлөш сүп-сары менән тулған. Петр III ниндәй хәйләкәрлек ярҙамында ошо майҙанды бер нисә сәғәт эсендә таҙарттырған?”.
- Конкурс мауыҡтырғыс ҡына түгел, үҫеп килгән быуында ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуҙырырға тейеш. Төҙөлөш – ҡыҙыҡ ҡына түгел, ысынлап та, мөһим, заман менән бергә атлаған, технологияларҙы ҡулланған һәм программа тәьмин ителешен файҙаланған тармаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Маҡсаты төҙөлөш өлкәһе белгестәрен популяштырыу булған “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” проектына ярашлы, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы йыл һайын “#ТөҙөүсенеҺора” конкурсын үткәрә.
Йола буйынса һорауҙарға Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Йәмәғәтселек советы етәксеһе Сергей Степашин яуап бирҙе.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1200-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Ҡатнашыусыларҙың ошондай күп булыуы ойоштороу комитеты наградланыусылары һанын арттырыу өсөн сәбәпкә әйләнгән.
Конкурс алтынан туғыҙ, 10-дан 14 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелгән. Бындай сараларҙың ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө”, “Мәғариф” (национальные проекты “Жилье и городская среда”, “Образование”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: building.bashkortostan.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан