Милли проекттар
9 Августа 2022, 06:15

Ҡорамал да, белгестәр ҙә бар

Һуңғы ике йылда Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына 50 миллион һумдан ашыулыҡ яңы медицина ҡорамалы бүленде

Ҡорамал да, белгестәр ҙә барҠорамал да, белгестәр ҙә бар
Ҡорамал да, белгестәр ҙә бар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына яңы һанлы һәм заманса фиброгастроскоп, маммограф һәм яңы модулле системалар алынды. Һуңғы ике йылда үҙәк район дауаханаһына 50 миллион һумдан ашыулыҡ яңы медицина ҡорамалы бүленде.

Заманса фиброгастроскоп ярҙамында алынған һүрәттәр аныҡлығы менән айырыла. Дауахананың баш табибы Фидаил Хәбибуллин әйтеүенсә, ул туҡымаларҙағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе, ялҡынһыныу усаҡтарын иртә осорҙа асыҡларға, диагностикаларға булыша. Табип-эндоскопист Марат Ғафаров яңы аппаратта эшләйәсәк. Ул тейешле инструктажды үткән, яңы ҡорамалдың сифатлы, уңайлы булыуын юғары баһалай.  Тәүге пациенттарҙы ҡаршыларға белгес әҙер.

Районға эш сәфәре барышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары  Лира Иғтисамова үҙәк дауаханала маммография кабинетын асыуҙа ҡатнашты. “МАММОСКАН” һанлы маммографы  оҙаҡламай пациенттарҙы ҡабул итәсәк. Яңы ЭКГ-аппараттар алыҫ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына оҙатылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас