

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, белемде камиллаштырыу курстарын тамамлаған ижади коллективтар етәкселәре балалар өсөн тематик, танып белеү, спорт һәм музыкаль уйын саралары уҙғара. Балалар “Муйынсаҡ эҙләү” пираттар уйынында ҡатнашып, “Акулалар рифы”нда, “Теләктәр ҡаяһы”нда, “Мөғжизәләр утрауы”нда булып та өлгөрҙө. “Кишерҙең тыуған көнө” тематик программаһында улар төп герой – Кишер менән йомаҡ систе, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.
Тамашасыларҙың береһе әйтеүенсә, “йәйге уйын программалары балаларҙың ялын күңелле итеп ойоштороуға йүнәлтелә. Уларҙы туплау өсөн Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре төрлө йүнәлештәр буйынса конкурстар һәм күңел асыу саралары уҙғара”.
Әйткәндәй, августың һәр шишмәбеһе һәм кесаҙнаһы Мәҙәниәт һарайы алдында өр-яңы мажаралар һәм уйын майҙансыҡтары асыла. Ә 30 августа “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Унда һәр бала күңеленә ятҡан шөғөлдө һайлап, түңәрәктәргә яҙыла ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/296294
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/296294