

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы йүнсел Аида Шәрәфетдинова кейем һәм урын кәрәк-ярағы тегеү буйынса ателье асҡан. – Һөнәрем буйынса мин юрист, – ти Аида. – Тик специальносым буйынса эшләргә тура килмәне. Юридик колледжды тамамлағас та, кейәүгә сыҡтым, ҡыҙым тыуҙы. Декрет ялынан һуң шәхси фирмаға менеджер булып эшкә урынлаштым – рулонлы пәрҙәләр һәм жалюзи һаттым. Шунда әлеге эшмәкәрлек йүнәлешен һайланым да инде.
Ярты йыл элек Аида дәүләттән ярҙам күрһәтелеүе тураһында белеп ҡала. Халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә, бизнес планын төҙөй һәм уны уңышлы яҡлай. Артабан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, үҙенең эшен асыуға социаль контракт төҙөй. Дәүләттән бирелгән 250 мең һумға теген машинаһы, оверлок, парогенератор, үтекләү таҡтаһы, манекендар һәм стеллаждар һатып ала. Үҙенең өйөндә оҫтахана аса.
Әле тырыш ҡатын үҙенә, балаларына, иренә һәм заказға кейем тегә. Уның әйтеүенсә, ҙур заказдарға тотонорға әлегә ҡыйыулығы етмәй. Күптән түгел балалар һәм ҡатын-ҡыҙ күлдәге, урын кәрәк-ярағы тегеү буйынса сираттағы онлайн-курсҡа яҙылған. Үҙмәшғүл сифатында теркәлгән.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/296152
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/296152