Милли проекттар
10 Август 2022, 10:15

Салауатта – “Рус йәрминкәләре” ойошторола

Унда 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыла

Салауатта – “Рус йәрминкәләре” ойошторолаСалауатта – “Рус йәрминкәләре” ойошторола
Салауатта – “Рус йәрминкәләре” ойошторола

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Салауатта “Рус йәрминкәләре” комплексы төҙөлә.

Был проект илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында тормошҡа ашырыла. Ул, тәү сиратта, йәрминкә сауҙаһын һәм халыҡ йолаларын тергеҙеүгә, үҫтереүгә йүнәлтелә. Ул сауҙа итеү генә түгел, ҡала халҡын күпләп йәлеп иткән ваҡиғалар майҙансығын да тәшкил итәсәк.

“Инвестиция сәғәте”ндә ҡарағандан һуң проект хупланды. Әйткәндәй, Салауат республикала ул тормошҡа ашырылған тәүге ҡала буласаҡ.

“Рус йәрминкәләре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комплекс төҙөүгә 280 миллион һум аҡса бүлә. Һөҙөмтәлә 300-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектты киләһе йылда, ҡаланың юбилейына арнап тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/297222

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/297222

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас