Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Август 2022, 17:15

“Өмөтөбөҙ аҡланһын ине...”

Шүлгәндәр мәҙәниәт йорто әҙер булғанын түҙемһеҙлек менән көтә

“Өмөтөбөҙ аҡланһын ине...”
“Өмөтөбөҙ аҡланһын ине...”

Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, Шүлгән ауылының мәҙәниәт йорто бинаһы төҙөкләндерелә.

Әле минераль мамыҡ плитәләрҙе монтажлау өсөн дюбелдәр һәм каркас ҡуйыла, тыштан стеналар йылытыла. Төҙөүсе оҫталар биналағы ектәрҙе кирбес менән ҡаплай, йөҙләй, тәҙрә бөгөлдәре тигеҙләй.

Бинаның фасадын сентябрь башына ремонтлап бөтөргә ниәтләйҙәр.

“Подрядсы ойошма ошо мөһим эште намыҫлы башҡарыр, тип ышанабыҙ, сөнки был клубта ауыл халҡы өсөн генә түгел, район өсөн дә әһәмиәтле саралар уҙғарыласаҡ. Ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙең тамамланыуын бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Өмөтөбөҙ аҡланһын ине”, – ти Шүлгән ауылынан Раушания Хафиз ҡыҙы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/297487

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/297487

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: