Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Август 2022, 17:45

Йәштәрҙе тупланы “Аҫылташ”

"Һеҙҙе йәнә көтәбеҙ”, – тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов

Йәштәрҙе тупланы “Аҫылташ”
Йәштәрҙе тупланы “Аҫылташ”

Йылайыр районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел районда “Аҫылташ” йәштәр форумы булды. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр кем өсөн социаль лифттар” проектына ярашлы, район хакимиәте ойошторҙо.

Арт-майҙансыҡ, проекттар, карьера үҫеше, асыҡ сығыштар форумдың төп йүнәлештәрен тәшкил итте. Йәштәрҙе берләштереүгә, уларҙың ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән майҙансыҡта остаздар һәм эксперттар тәжрибә уртаҡлашты, дуҫтар, фекерҙәштәр осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

“Һеҙҙе үҙебеҙҙә йәнә көтәбеҙ. Ошо сағыу саранан файҙа, көс-дәрт алғанһығыҙҙыр, тип ышанам”, – тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/297892

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/297892

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: