

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты буйынса,Толпар ауылы янындағы Еҙем тәбиғи паркы биләмәһендә "LIPA DA IVA" глэмпингы асылды.
Проект етәкселәре - Руслан һәм Яна Исхаҡовтар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы проектын тормошҡа ашырҙы - ҡырағай тәбиғәт шарттарында уңайлы сервисы булған экологик ял итеү мөмкинлеген тыуҙырҙы.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарҙар өсөн старт нөктәһе 2021 йылда" шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү "милли проекты сиктәрендә булды.
Беҙҙең проекттың маҡсаты күңелгә яҡын һәм йылы ял урынын булдырыу ине, шуға күрә беҙ тәбиғәт ҡосағын һайланыҡ. Бында үҙ-үҙеңде ишетеп, ығы-зығынан рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға була, - ти глэмпинг авторҙары.
Бындағы 8 уңайлы модулле йорт бер-береһенән 20 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Тент-хаус эсендә электр селтәре һәм түшәк кәрәк-ярағы менән карауат, әйберҙәр өсөн стеллаж да бар.
Дөйөм алғанда, барыһы ла бик уңайлы, ә биҙәү элементтарының һәр йортта бер иш кенә булыуы, уларҙы тағы ла күркәмерәк күрһәтә. Ә кискеһен глэмпингтағы балҡыған гирляндалар - үҙе бер тылсымлы тамаша.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан