Милли проекттар
12 Август 2022, 12:45

Яңы уҡыу йылына – өр-яңы музыка ҡоралдары

Быйыл 17 балалар сәнғәт мәктәбенә өр-яңы ҡорамалдар тапшырыла.

Яңы уҡыу йылына – өр-яңы музыка ҡоралдарыЯңы уҡыу йылына – өр-яңы музыка ҡоралдары
Яңы уҡыу йылына – өр-яңы музыка ҡоралдары

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районының 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылында үҙҙәренең оҫталығын өр-яңы музыка ҡоралдарында арттырасаҡ. Сәнғәт мәктәбенең матди-техник базаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә нығытылды.

Сәнғәт йортона сольфеджио һәм музыкаль әҙәбиәт буйынса ҡулланмалар тапшырылды. Концерт залында косметик ремонт яһалды, театр кәнәфиҙәре, “М.Глинка” пианиноһы, “Скандалли”, “Тула” баяндары, “Горонок” фирмаһы скрипкалары, кларнет һәм саксофондар һатып алынды.

– Инновациялы алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланыу сәнғәт мәктәбенә яңы уҡытыу кимәленә сығыу, дәрестәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ уҡыусыларҙы күпләп йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк, – тине уҡыу йорто директоры Светлана Әйүпова.

Быйыл 17 балалар сәнғәт мәктәбенә өр-яңы ҡорамалдар тапшырыла. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 87,3 миллион һум йүнәлтелгән. Республика иһә өҫтәмә рәүештә 16,6 миллион һум һәм муниципалитеттар 2,1 миллион һум бүлгән.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/298039

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас